Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 20:8 - Изге Яҙма

8 Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 20:8
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Ахазъяһ Исраил батшаһы Йорам Ахав улы менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға барҙы. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яраланы.


Рәүвән ырыуынан Иордандың аръяғында, Йерихо ҡаршыһында, Иордандан көнсығышта сүллектә урынлашҡан Бәсәрҙе, Яһасты,


Ғад ырыуынан Ғилғәдтәге Рамоҫты, Маханаимды,


Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк.


Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды.


Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.


Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр.


Левиҙәрҙең нәҫелдәренән Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһынан бирелгән биләмә еренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Башан төбәгендәге һыйыныу ҡалаһы Голан, шулай уҡ тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Беғештера, барлығы ике ҡала бирелде.


Бынан тыш, Рәүвән ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән һыйыныр ҡала Бәсәрҙе, Яһасты,


Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ