23 Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр.
Ирҙәр тауҙар яғына йүнәлде һәм, уларҙы эҙәрләп киткән кешеләр эҙләп-эҙләп тә бер кемде лә тапмай ҡайтып киткәнсе, өс көн буйы шунда йәшенеп ятты.
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр.
Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.