20 Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ.
Ғәйбәтсе кешенең серен асыр, тоғро кеше сер һаҡлай белер.
Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле.
– Һеҙ әйткәнсә булһын, – тине Рахав уларҙы оҙатып. Улар китеү менән тәҙрәгә ал ҡыҙыл төҫтәге бау бәйләп ҡуйҙы.