11 Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –
Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ.
Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.
Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.
Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.
Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,
Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.
Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.
Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.
Шуға күрә йөрәктәре хәлһеҙләнер, Абынып йығылғандар күп булыр. Бөтә ҡапҡалар янына Дәһшәтле ҡылыс ҡуйҙым. Ул йәшен кеүек ялтлаһын өсөн эшләнгән, Үлтерер өсөн ҡайралған.
Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.
Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.
Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.
Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.
Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым.
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.
Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.
Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –
Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!