40 Етенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Дан ырыуына төштө.
Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.
– Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр.
Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен.
Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.
Был – нәҫелдәренә күрә Нафтали ырыуының биләмәләре һәм ауыл-ҡалалары.
Ер биләмәһенә Сорға, Әштәол, Ғир-Шәмәш,
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.