31 Был – нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуының биләмә ерҙәре һәм ауыл-ҡалалары.
Ашерҙың ризығы мул булыр, Батшалар унан һыйланыр.
Ашерға бер өлөш бирелер. Уның биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Дандың ерҙәре менән сиктәш булыр.
Ғумма, Афеҡ һәм Рехов ҡалаларын иҫәпкә алып, ашерҙар биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә бөтәһе егерме ике ҡала инде.
Алтынсы йәрәбә нәҫелдәре буйынса Нафтали ырыуына төштө.