22 Ер биләмәһенең сиге Тавор тауы, Шахасима һәм Бейт-Шәмәшкә йәнәш үтә лә Иордан йылғаһына барып етә. Йәмғеһе – ун алты ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар.
Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда;
Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә.
Ә Мерари нәҫеленә ҡараған башҡа левиҙәргә – Зевулун ырыуынан Риммонды, Таворҙы;
Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт, Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр.
Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.
Саридтан ул көнсығышҡа йүнәлә, Кислоҫ-Таворҙы ситтә ҡалдырып, Давраҫҡа табан бара, шунан Яфияғҡа күтәрелә.
Рәмәҫ, Ғейн-Ганним, Ғейн-Хадда, Бейт-Пассес инә.
Был – нәҫелдәренә күрә Исасхар ырыуының биләмәләре һәм ҡала-ауылдары.
Ирон, Мигдал-Ил, Хорем, Бейт-Ғанаҫ һәм Бейт-Шәмәш инә; тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә барлығы ун туғыҙ ҡала.
Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды.
Сисераға Авиноғам улы Бараҡтың Тавор тауына күтәрелеүен еткерҙеләр.
Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.