13 Унан сик артабан көнсығышҡа, Ғаҫ-Хефәргә һәм Ғет-Ҡасинға табан барып, Риммонға етә һәм Неғаға ҡарай борола.
Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.
Саридтан ул көнсығышҡа йүнәлә, Кислоҫ-Таворҙы ситтә ҡалдырып, Давраҫҡа табан бара, шунан Яфияғҡа күтәрелә.
Сик төньяҡтан Ханнаҫонды урап үтеп, Ифтах-Ил үҙәненә барып етә.