10 Өсөнсө йәрәбә нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарына төштө. Уларҙың биләмәләре Саридҡа тиклем һуҙыла.
Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.
Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.
Зевулун биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Исасхар ерҙәре менән сиктәш булыр.
Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде.
Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.
Саридтан сик көнбайышҡа, Марғалаға табан һуҙыла һәм Даббешеҫҡа, шулай уҡ Йоҡнеғамға ҡаршы ятҡан уйһыулыҡҡа барып етә.
Шимғон улдарының биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарының өлөшөнән булды, сөнки Йәһүҙә нәҫелдәренең өлөшө улар өсөн кәрәгенән артығыраҡ ине. Шуға күрә Шимғон нәҫелдәре уларҙың ерҙәренән биләмәләр алды.