6 Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.
Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.
Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.
Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ.
Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.
йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде.
Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.
Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.
Һайлап алынған кешеләр юлға сыҡҡанда, Йушағ уларға был илдең һүрәтләнешен эшләргә ҡушты. – Барығыҙ, – тине Йушағ уларға, – илде уратып йөрөп сығығыҙ, уның һүрәтләнешен эшләгеҙ һәм минең янға әйләнеп ҡайтығыҙ. Шунан мин ошонда, Шилола, Раббы алдында һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.