Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 18:28 - Изге Яҙма

28 Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 18:28
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.


Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай;


Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине.


Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ».


Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр.


Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?


Нәҫелдәренә күрә Бинйәминдәр: Белағтан – Белағ нәҫеле, Ашбелдан – Ашбел нәҫеле, Ахирамдан – Ахирам нәҫеле,


Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен.


Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.


Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.


Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.


Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй.


Икенсе йәрәбә Шимғонға – нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуына төштө. Уларҙың биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарына ҡараған биләмә ерҙәре эсендә урынлашҡайны.


Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.


Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.


Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ