19 Бейт-Хогланың төньяҡ битләүенән бара һәм Тоҙло диңгеҙҙең төньяҡ осона, Иордан йылғаһы тамағына барып сыға. Был – көньяҡ сик.
Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.
ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, барлыҡ үҫемлектәре менән, юҡ итте.
Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.
Көньяҡтағы сиктәрегеҙ Цин сүленән һәм Эдом сиктәре буйынса һуҙылыр. Ул сигегеҙ Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осонан көнсығышта башланыр.
Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.
Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине.
Уларҙың көньяҡ сиге Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осондағы ҡултыҡтан башланып,
Унан сик Бейт-Ғарава ҡаршыһындағы төньяҡ битләү буйлап үтә һәм Ғарава тигеҙлегенә төшә,
Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо.
йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.