Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 18:16 - Изге Яҙма

16 Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 18:16
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.


Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.


Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы.


Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.


Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона.


Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.


Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


уларға белдер: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына был көршәк нисек башҡаса ҡоршап булмаҫлыҡ итеп ватылһа, Мин дә был халыҡты һәм был ҡаланы шулай селпәрәмә килтерәм. Төфәҫтә үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр.


Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар.


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.


Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.


Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.


Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы.


Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ