Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 18:12 - Изге Яҙма

12 Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 18:12
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ, Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ: „Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“


Йософ нәҫелдәренә йәрәбәгә төшкән ерҙәрҙең сиге Иордан буйынан – Йерихо ҡалаһы эргәһендәге Йерихо сығанағынан көнсығыштараҡ башланып, сүл аша Бейт-Ил ҡалаһына табан, тауға үрләй.


Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде.


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.


Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам.


Йушағ Йерихонан Бейт-Илдең көнсығышында, Бейт-Ауенға яҡын урынлашҡан Ғай ҡалаһына кешеләрен ебәрҙе. – Барығыҙ, был ил хаҡында белешеп ҡайтығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ уларға. Тегеләр Ғай ҡалаһын барып тикшерҙеләр.


Йушағ һәм бөтә исраилдар юрамал тар-мар ителгән булып ҡыланды һәм сүлгә табан ҡаса башланы.


Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ