6 сөнки Менашше ырыуынан теге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер ҡатарҙан биләмә алды. Ә Ғилғәд ере Менашшеның башҡа нәҫелдәренә булды.
Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр.
Муса Менашше ырыуының бер яртыһына, йәғни Менашше улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бүлеп биргән ерҙәр.
Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы,
Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.
Шул рәүешле Менашше ырыуына, Иордан аръяғындағы Ғилғәд менән Башандан тыш, ун биләмә эләкте,
Менашше ере Ашер ырыуы ерҙәренән Шәхәмгә ҡаршы ятҡан Михмеҫаҫҡа тиклем һуҙыла. Унан сик көньяҡҡа, Ғейн-Таппуахҡа китә.
Менашше ырыуының бер яртыһына Муса биләмә ерҙәрен Башандан, ә икенсе яртыһына Иордандың көнбайышынан, ҡалған исраилдар эргәһенән ер биргәйне. Фатиха биреп уларҙы ҡайтарып ебәргәндә, Йушағ