3 Менашшеның улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән тыуған Селофхадтың улдары юҡ, ә ҡыҙҙары ғына бар ине. Уларҙың исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине.
уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.
Хефәр улы Селофхадтың улдары булманы, ҡыҙҙары ғына бар ине. Селофхад ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса булды.
Йософ улы Менашше нәҫеленән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән донъяға килгән Селофхадтың ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. Улар Муса менән Әлғазар ҡаһин, башлыҡтар һәм бөтә йәмғиәт йыйылған Осрашыу сатыры эргәһенә килеп баҫты ла былай тине:
Менашше ырыуындағы башҡа нәҫелдәргә – Авиғәзәр, Хеләҡ, Асриил, Шәхәм, Хефәр һәм Шемидағ улдарына ла биләмә ерҙәре бүлеп бирелде. Былар – Йософ улы Менашшеның вариҫтары, уларҙан таралған нәҫелдәр.