Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 17:16 - Изге Яҙма

16 Йософ нәҫелдәре: – Беҙгә был тауҙар аҙ. Ә үҙәнлектә – Бейт-Шеанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа, Изреғил үҙәнендә йәшәүсе ҡәнғәниҙәрҙең яу арбалары тимерҙән бит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 17:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул арала күкте ҡара болот томаланы, көслө ел күтәрелде һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ахав, арбаһына ултырып, Изреғилгә ашыҡты.


Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.


Раббы Изевел тураһында ла әйтте. «Изевелде Изреғил ҡалаһы диуарҙарының тышында эттәр тамаҡлаясаҡ», – тине.


Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;


Изреғил биләмәһендә Изевелдең мәйетен эттәр ашар, уны ерләүсе булмаҫ». Йәш пәйғәмбәр ошоларҙы әйтеп бөттө лә тиҙ генә ишектән сығып йүгерҙе.


Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ».


Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –


Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах,


Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.


Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы.


Йушағ Йософ нәҫеленә – Әфраим һәм Менашше ырыуҙарына: – Һеҙ күмәк. Һеҙ көслө. Һеҙҙең биләмә ерҙәрегеҙ бер өлөш кенә булмаҫҡа тейеш, – тип яуап ҡайтарҙы. –


Бөтә урманлы таулыҡ һеҙҙеке булһын. Һеҙ урманды ҡырҡып ташларһығыҙ, һәм тауҙар бер яғынан икенсе яғынаса һеҙҙеке булыр. Ҡәнғәниҙәр көслө, уларҙың тимер яу арбалары бар – шулай ҙа һеҙ уларҙың ерҙәрен баҫып алырһығыҙ!


Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,


Раббы Үҙе Йәһүҙә ырыуы менән булған өсөн, улар таулыҡтағы ерҙәрҙе яуланы. Ләкин үҙәндә йәшәүселәрҙе ҡыуып ебәрә алманы: уларҙың тимерҙән эшләнгән яу арбалары бар ине.


Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте.


Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.


Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо.


Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ