Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 17:14 - Изге Яҙма

14 Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 17:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Шул көндө Исраил ейәндәрен фатихалап былай тине: – Киләсәктә үрнәк булыр исемегеҙ Исраилда: «Алла һине Әфраим һымаҡ, Менашше шикелле итһен!» – тип ҡабатлар исраилдар хәйер-доға теләгәндә. Шулай итеп, Яҡуп Әфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы.


Ә мин һиңә таулы ерҙе өҫтәп бирәм: һин ағай-энеләреңдән юғарыраҡ буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.


Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр.


Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев,


Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен.


Улар Йософ улы Менашшеның нәҫел-нәсәбендә ҡатын булды, шуға күрә ерҙәре үҙ ата-бабалары нәҫеленең ырыуында ҡалды.


Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды.


Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ