13 Аҙағыраҡ, исраилдар ҡеүәтләнгәс, ҡәнғәниҙәрҙе хеҙмәт бурысы үтәргә мәжбүр итте, ләкин уларҙы ерҙәренән тулыһынса ҡыуып сығара алманы.
Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.
Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне.
Зевулун да Ҡитрон һәм Наһалол кешеләрен ҡыуманы; ҡәнғәниҙәр улар араһында йәшәне һәм мәжбүри эшләргә тейеш булды.
Нафтали ырыуы ла Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ ҡалалары кешеләрен ҡыуып сығарманы, шул ерҙәге кешеләр – ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды. Әммә Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ кешеләре уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды.
Әмөриҙәр Хәрәс тауында, Айялонда һәм Шағалвимда йәшәп ҡалды. Ләкин, Йософ ырыуы көсәйеп киткәндән һуң, әмөриҙәр уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды.