10 Йылғаның көньяғындағы ерҙәр – әфраимдарҙыҡы, төньяҡтағыһы – менашшеларҙыҡы, артабан Менашшеның сиге – диңгеҙ. Төньяҡта улар Ашер менән, көнсығышта Исасхар менән сикләшә.
Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.
Артабан сик Ҡана йылғаһы буйлап түбән китә. Йылғаның көньяғында, Менашше ырыуының ҡалалары араһында, Әфраим ырыуыныҡылар ҙа бар ине. Шунан сик һыҙығы, йылғанан төньяҡҡа үтеп, диңгеҙ ярына етеп тамамлана.