9 Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде.
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр.
Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Таппуахтан сик Ҡана йылғаһы буйлап көнбайышҡа һуҙыла һәм диңгеҙгә барып етә. Нәҫелдәренә күрә Әфраим ырыуының биләмә ерҙәре ошо.
Артабан сик Ҡана йылғаһы буйлап түбән китә. Йылғаның көньяғында, Менашше ырыуының ҡалалары араһында, Әфраим ырыуыныҡылар ҙа бар ине. Шунан сик һыҙығы, йылғанан төньяҡҡа үтеп, диңгеҙ ярына етеп тамамлана.