63 Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр.
Нившан, Тоҙ ҡалаһы һәм Ғейн-Геди – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала.
Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә.
Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.
Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы.