60 Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.
Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,
Мағараҫ, Бейт-Ғаноҫ һәм Әлтеҡон – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала.
Сүллектә: Бейт-Ғарава, Миддин, Сехаха,
Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.
Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик.
Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.
Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.