Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 15:47 - Изге Яҙма

47 эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 15:47
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.


Ул пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһына тиклемге биләмәләрен яулап алды һәм күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем тар-мар итте.


Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Газа ҡалаһын ташлап китерҙәр, Ашҡылон бушлыҡҡа әйләнер, Ашдод төш мәлендә ҡыуылыр, Ғәҡрон тамырынан йолҡоп алыныр.


Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.


Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.


Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ.


Ғәҡрон менән диңгеҙ араһында, Ашдод янындағы ҡалалар һәм улар тирәһендәге ауылдар;


Таулыҡ урындарҙа: Шамир, Яттир, Сохо,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ