39 Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон,
Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр.
Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ ул ваҡытта Лахиш ҡалаһында булған Ашшур батшаһына: «Һинең алдыңда ғәйеплемен. Минең илемдән кит. Күпме һораһаң, шул тиклем түләрмен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Ашшур батшаһы Йәһүҙә батшаһынан өс йөҙ талант көмөш һәм утыҙ талант алтын талап итте.
Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.
Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.
Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине.
Шуға күрә Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Хеврон батшаһы Һоһамға, Ярмуҫ батшаһы Пирамға, Лахиш батшаһы Яфияғҡа, Ғәғлон батшаһы Девирға сапҡындар ебәреп:
Йушағ Лахиштан бөтә исраилдар менән бергә Ғәғлонға табан ҡуҙғалды һәм уны ҡамауға алды.
Дилған, Миспе, Йоҡтеил,
Каббон, Лахмас, Китлиш,