38 Дилған, Миспе, Йоҡтеил,
Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.
Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе.
Сенан, Хадаша, Мигдал-Ғад,
Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон,
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне.
Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.
Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.