20 Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре:
Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.
– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.
Негевта, Эдом сигендә Йәһүҙә ырыуына түбәндәге ҡала-ауылдар ҡарай: Ҡавсеил, Ғедәр, Ягур,