19 – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.
Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.
Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.
Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.
Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны.
Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре:
Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.