13 Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине.
Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.
Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.
Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.
Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә.
Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра.
Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй.
Шимғон ырыуынан Хори улы Шафат,
Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр.
Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.
Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.
Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.
Хевронда һәм Дауыт үҙенең кешеләре менән йөрөгән урындарҙа йәшәгәндәргә яумалдан өлөш сығарҙы.