Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 15:10 - Изге Яҙма

10 Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 15:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.


Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты.


Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә.


Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.


Ҡайин, Гивға һәм Тимна – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун ҡала.


Ирон, Мигдал-Ил, Хорем, Бейт-Ғанаҫ һәм Бейт-Шәмәш инә; тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә барлығы ун туғыҙ ҡала.


Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды.


Көндәрҙән бер көндө Тимна ҡалаһына барғас, Шимшон бер пелешти ҡыҙын күрҙе.


Шимшон атаһы һәм әсәһе менән Тимнаға китте. Тимнаның йөҙөм баҡсаларына етәрәк, бер йәш арыҫлан ырылдап ҡаршы сыҡты.


Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ