9 Шунда Муса ант итеп миңә: «Аяғың баҫҡан ер, Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булғаның өсөн, мәңгелек биләмә итеп һиңә һәм һинең нәҫел-нәсәбеңә биреләсәк», – тине.
Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем, Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем.
Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,
Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.
Мин аяғығыҙ баҫҡан бөтә ерҙәрҙе һеҙгә бирәм – Мусаға Мин шулай вәғәҙәләнем.
Һәм бына, Раббы вәғәҙә иткәнсә, бөгөнгө көнгәсә йәшәргә насип итте. Ул быны Мусаға вәғәҙә иткәнгә ҡырҡ биш йыл булды – ул саҡта исраилдар сүлдә йөрөй ине. Әле миңә һикһән биш йәш.
Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.