Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 14:8 - Изге Яҙма

8 Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 14:8
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Калев Мусаны уратып алған халыҡты тынысландырырға теләп: – Әйҙәгеҙ, барып һөжүм итәйек тә ул ерҙе яулап алайыҡ, көсөбөҙ етерлек, – тине.


Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты.


Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.


Ул ергә ҡынизи Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағ ҡына барып етер, сөнки улар Раббыға ысын күңелдән эйәрҙе», – тип ант итте.


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ