2 йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.
Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын.
Раббы Мусаға былай тине:
Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.
Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ.
– Бына ерҙе һеҙгә бүлеп бирәсәк кешеләрҙең исемдәре: Әлғазар ҡаһин һәм Нун улы Йушағ.
Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.
Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.
Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.
Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.