Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 14:1 - Изге Яҙма

1 Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 14:1
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.


Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын.


Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ.


Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.


Ә бына Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы биләмә итеп бирәсәк ергә төйәкләнгәс, Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарҙан ҡотҡарып тынысландырасаҡ һәм һеҙ имен-аман йәшәйәсәкһегеҙ.


Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл.


Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары Шилола, Раббы хозурында, Осрашыу сатырына инер ерҙә йәрәбә буйынса бүленгән ер биләмәләре бына ошолар. Шулай итеп, улар ер бүлеүҙе тамамланы.


Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары Ҡәнғән ерендәге Шило ҡалаһына ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының башҡа нәҫел башлыҡтары янына килеп,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ