32 Муса Моав тигеҙлегендә, Йерихонан көнсығышта Иордан аръяғындағы ерҙәрҙе бына шулай бүлде.
Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.
Ә Леви ырыуына ул бер ниндәй ҙә биләмә бирмәне. Уларҙың биләмәһе, Раббы уларға әйтеп ҡалдырғанса, Исраил Аллаһы Раббы Үҙе.
Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.