Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 13:25 - Изге Яҙма

25 Был Яғзер, Ғилғәдтең бөтә ҡалалары, Рабба эргәһендәге Ғароғерға тиклем һуҙылған ғаммондар иленең яртыһы –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 13:25
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды.


Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө.


Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны.


Хеврондарҙың башлығы Йерияһ була. Дауыттың батшалыҡ итеүенең ҡырҡынсы йылында хеврондарҙың нәҫел шәжәрәләре тикшерелә һәм Ғилғәд Яғзерендә уларҙың ҡаһарман яугирҙәре табыла.


Хешбонды, Яғзерҙе – һәммәһен көтөүлектәре менән ҡуша бирәләр.


Сөнки Хешбон баҫыуҙары, Сивманың йөҙөм баҡсалары һәләк булды. Башҡа ҡәүемдәрҙең башлыҡтары Иң һайланма ботаҡтарҙы ҡырҡты. Ул ботаҡтар Яғзергәсә йәйелә, Сүлгә тарала, тарбаҡланып диңгеҙ аша үтә ине».


Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр, Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ.


Эй Сивманың йөҙөм ағасы, һинең өсөн Яғзер өсөн йәш түккәндән дә нығыраҡ илармын! Тәлгәштәрең диңгеҙ ашып, Диңгеҙгә, Яғзергә етә ине. Емереүсе һинең йәйге емешеңә, Бешкән йөҙөмөңә ташланды.


Ҡылысҡа ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һәм Йәһүҙәгә, нығытмалы Йәрүсәлимгә барыр өсөн юл билдәлә.


Рабба диуарҙарына ут төртәм, Алыш көнөндә һуғыш ораны, Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!


Муса Яғзер ҡалаһын ҡарап ҡайтырға тип кешеләрен ебәрҙе. Шунан исраилдар был ҡала менән тирә-яғындағы ауылдарҙы баҫып алдылар, унда йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыуҙылар.


Ғатароҫ-Шофан, Яғзер, Йогбеһа,


Ғаммон халҡына яҡынлашҡас, улар менән низағҡа кермәгеҙ, уларҙы һуғышҡа ҡотортмағыҙ, сөнки Мин һеҙгә ғаммондар еренән биләмәгә бер ни ҙә бирмәйәсәкмен. Мин был ерҙәрҙе Лут нәҫелдәренә милек итеп бирҙем».


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;


Муса Ғад ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр.


Хешбондан Рамаҫ-Миспегә һәм Бетонимға, Маханаимдан Ло-Деварға тиклемге ерҙәр,


уратып алған көтөүлектәре менән Хешбон һәм Яғзерҙе, барлығы дүрт ҡала алды.


Ғилғәд халҡы Иордан йылғаһы аръяғында йәшәп ҡалды, Дан үҙ караптары эргәһендә тотҡарланды, Ашер диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ