17 Хешбон һәм уның менән йәнәш яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар – Дивон, Бамоҫ-Бәғел, Бейт-Бәғел-Меғон,
киләһеһе – Белағ; Белағ – Ғазаздың, Ғазаз – Шемағтың, Шемағ Йоилдың улы була. Улар Ғароғерҙа, Невоға һәм Бәғел-Меғонға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй.
Ауылдарға һәм баҫыуҙарға килгәндә: Йәһүҙә нәҫеленең ҡайһы берәүҙәре Ҡыръяҫ-Арбағ, Дивон, Йеҡавсеил ҡалаларында һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төпләнде.
Эй Дивон ҡалаһында йәшәгән халыҡ! Шөһрәтле урыныңдан төш, Саң-туҙан өҫтөнә ултыр. Сөнки Моавты һәләк итеүсе Һинең дә өҫтөңә килер, Ҡәлғәләреңде емерер.
– Яҫы таулыҡтағы ҡалалар – Холон, Яһас, Мефағаҫ,
Ҡиръяҫаим, Бейт-Гамул, Бейт-Меғон,
Раббы әйтмешләй, Емереүселәр һәр ҡалаға килер, Бер ҡала ла ҡотолоп ҡала алмаҫ. Үҙәнлек һәләк булыр, Тигеҙлек бушап ҡалыр.
Моавтың бер сигенән икенсе сигенә тиклем бөтә ҡалаларын, илдең күрке булған Бейт-Йешимоҫ, Бәғел-Меғон, Ҡиръяҫаимдан башлап, һаҡлауһыҙ ҡалдырасаҡмын.
Маттананан – Нахалиилға, Нахалиилдан – Бамоҫҡа,
Хешбон әмөри батшаһы Сихондың ҡалаһы ине. Сихон, Моавтың элекке батшаһы менән һуғышып, уның Арнонға тиклемге бөтә ерҙәрен баҫып алғайны.
Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек. Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы. Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек».
Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине.
Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе.
Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ,
Яһас, Ҡедемоҫ, Мефағаҫ,
Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.
Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.
Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ?