5 Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине.
Авшалом Ғаммиһуд улы Талмайға, Гешур батшаһына, ҡасып китте. Дауыт батша иһә, улы Амнон өсөн ҡайғырып, көн дә йәш түкте.
Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем.
Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам;
икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,
Бабил батшаһының Гедалъяһты башлыҡ итеп ҡуйғанын ишеткәс, хәрби түрәләр, исемләп әйткәндә Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улы Йоханан, Нетофа ҡалаһынан Танхумәҫ улы Сераяһ, атаһы Мағаханан булған Яазанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән Миспаға, Гедалъяһ янына килде.
Ғад нәҫелдәре рәүвәндәр ҡаршыһында Башанда Салхаға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй.
Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине.
Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)
Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе.
Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге:
Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;
Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.