9 Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы.
Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.
Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.
Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.