Йушағ 11:15 - Изге Яҙма15 Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға нисек бойорған булһа, Муса ла Йушағҡа шулай ҡушҡайны – Йушағ, Раббы Мусаға бойорғандарҙан һис кенә лә тайпылмайынса, барыһын да ғәмәлгә ашырҙы. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.