Йушағ 10:40 - Изге Яҙма40 Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.