Йушағ 10:39 - Изге Яҙма39 Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.