Йушағ 10:38 - Изге Яҙма38 Артабан Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Девирға табан боролдо һәм уға һөжүм итте. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.