Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 10:37 - Изге Яҙма

37 Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 10:37
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Шул уҡ көндө улар ҡаланы баҫып алды һәм халҡын ҡылыстан үткәрҙе. Ундағы бөтә йән эйәһен харам ҡылып, Лахиштағы кеүек үк, тотош ҡырып һалдылар.


Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте.


Артабан Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Девирға табан боролдо һәм уға һөжүм итте.


Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне.


Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ