Йушағ 10:36 - Изге Яҙма36 Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.