Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 10:32 - Изге Яҙма

32 Раббы Лахишты исраилдар ҡулына тапшырҙы: иртәгәһенә үк Йушағ ҡаланы баҫып алды. Ул Лахиш кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да – ҡылыстан үткәрҙе, Лахиш менән, Ливна менән ни эшләгән булһа, шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 10:32
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.


Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Йушағ Ливнанан бөтә исраилдар менән бергә Лахишҡа табан ҡуҙғалды һәм, туплам ҡороп, уға һөжүм итте.


Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ