Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 10:30 - Изге Яҙма

30 Раббы Ливнаны батшаһы менән бергә исраилдар ҡулына тапшырҙы. Йушағ Ливна кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡылыстан үткәрҙе. Йерихо батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ливна батшаһы менән дә шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 10:30
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.


ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер.


Аллабыҙ Раббы уны ҡулыбыҙға тапшырҙы, һәм беҙ уның үҙен, улдарын һәм барлыҡ ғәскәрен юҡ иттек.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Маҡҡыданан Ливнаға табан ҡуҙғалды һәм уға һөжүм итте.


Йушағ Ливнанан бөтә исраилдар менән бергә Лахишҡа табан ҡуҙғалды һәм, туплам ҡороп, уға һөжүм итте.


Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.


Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы,


Исраилдар ҡырҙарҙа һәм сүлдә – үҙҙәре ҡыуып индергән бөтә ерҙәрҙә – барлыҡ Ғай ғәскәре яугирҙәрен ҡырып бөтөргәс, улар һуңғы кешегә тиклем ҡылыстан үткәрелгәс, исраилдар ҡалаға табан боролдо һәм унда ҡалғандарҙың бөтәһен дә үлтерҙе.


Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.


Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ