Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 10:28 - Изге Яҙма

28 Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 10:28
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.


Шул ваҡытта беҙ уның бөтә ҡалаларын яулап алдыҡ һәм харам ҡылдыҡ, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы – береһен дә тере ҡалдырманыҡ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Раббы Ливнаны батшаһы менән бергә исраилдар ҡулына тапшырҙы. Йушағ Ливна кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡылыстан үткәрҙе. Йерихо батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ливна батшаһы менән дә шулай эшләне.


Раббы Лахишты исраилдар ҡулына тапшырҙы: иртәгәһенә үк Йушағ ҡаланы баҫып алды. Ул Лахиш кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да – ҡылыстан үткәрҙе, Лахиш менән, Ливна менән ни эшләгән булһа, шулай эшләне.


Шул уҡ көндө улар ҡаланы баҫып алды һәм халҡын ҡылыстан үткәрҙе. Ундағы бөтә йән эйәһен харам ҡылып, Лахиштағы кеүек үк, тотош ҡырып һалдылар.


Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.


Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне.


Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы,


Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы,


Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала.


Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.


Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.


Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ