25 Йушағ уларға: – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ ҙа, өркмәгеҙ ҙә, ныҡ һәм ҡыйыу булығыҙ. Раббы һеҙҙең барлыҡ дошмандарығыҙ менән, һеҙ ҡаршы һуғышҡандар менән бына шулай итәсәк, – тине.
Үҙ телдәре үҙҙәрен йығып һаласаҡ, Быны күргәндәр ҡалтырап китер.
Оноттолар Уның ғәмәлдәрен, Уларға күрһәткән мөғжизәләрен.
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Аллаң Раббының һеҙҙе Мысырҙан алып сығыр өсөн эшләгән бөйөк һынауҙар, хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләрҙе, Уның ҡөҙрәтен, һуҙылған ҡулын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы әле һеҙ ҡурҡҡан башҡа халыҡтар менән дә шулай эшләйәсәк.
Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.
Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.