20 Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды,
Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.
Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды.
Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә.
«Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“
«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
Ләкин үҙегеҙ туҡталмағыҙ. Дошманды эҙәрләгеҙ, арттарынан һөжүм итегеҙ, ҡалаларға инергә бирмәгеҙ – Аллағыҙ Раббы уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, – тип бойорҙо.
Бөтә Исраил ғәскәре Маҡҡыдалағы тупламға, Йушағ янына, иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Бынан һуң Исраил халҡына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйған кеше булманы.
Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.
Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.
Исраилдар ҡырҙарҙа һәм сүлдә – үҙҙәре ҡыуып индергән бөтә ерҙәрҙә – барлыҡ Ғай ғәскәре яугирҙәрен ҡырып бөтөргәс, улар һуңғы кешегә тиклем ҡылыстан үткәрелгәс, исраилдар ҡалаға табан боролдо һәм унда ҡалғандарҙың бөтәһен дә үлтерҙе.